+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2020, 18:10

ҠЫШ БАБАЙ ҺЕҘҘЕ ҮҘ РЕЗИДЕНЦИЯҺЫНДА ҠАРШЫЛАЙ

Байрамды көтөп алған кескәйҙәр ниһайәт, башҡорт Ҡыш бабайының резиденцияһында ҡунаҡта. Әкиәт тирмәһендә малай-ҡыҙҙар шиғыр һөйләп, йырлап-бейеп Ҡыш бабайҙы хайран ҡалдырырға тырыша. Улар үҙ теләктәрен хатҡа яҙып бала саҡ хыялдарының тормошҡа ашасағына өмөтләнә. Бының өсөн ойоштороусылар, ата-әсәйҙәр ҙә көс һала. Ҡыш бабайҙың республикалағы берҙән-бер резиденцияһы ишектәре 20 ғинуарға тиклем асыҡ буласаҡ.

Ҡыш бабай тирмәһе асылған көндө үк 65 бала хатта яҙылған бүләктәрен алып ҡыуанды. Байрам осоронда ла резиденция ишектәре асыҡ буласаҡ. Коммерция нигеҙендә ойошторолған хеҙмәттәр менән файҙаланыу өсөн геопарктың сайтында алдан яҙылыу талап ителә. Ҡыш бабайҙың республикалағы берҙән-бер резиденцияһы ишектәре 20 ғинуарға тиклем асыҡ буласаҡ.
Читайте нас: