+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2020, 12:32

Кескәйҙәргә Яңы йыл бүләге

Ошо көндәрҙә ил башлығы Владимир Путин һигеҙ йәшкә тиклемге балаларға яңы социаль түләү буласағы хаҡында хәбәр иткәйне. Ул бөгөндән алып бойомға ашырыла башланы.

Ошо көндәрҙә ил башлығы Владимир Путин һигеҙ йәшкә тиклемге балаларға яңы социаль түләү буласағы хаҡында хәбәр иткәйне. Ул бөгөндән алып бойомға ашырыла башланы.
Кескәйҙәргә Яңы йыл бүләге - 2012 йылдан алып донъяға килгән балалары булған ғаиләләргә был айҙа 5000 һум күләмендә аҡса күсә башланы.
Әгәр ҙә ғаиләләр бынан алда өс йәшкә тиклем балалар өсөн айлыҡ пособие, йәки ошо йәй 16 йәшкә тиклем 10 000 һум күләмендәге социаль ярҙам алған икән, уларға яңынан документ юллап тороу кәрәкмәй - аҡса автоматик рәүештә күсәсәк.
Кем ниндәйҙер сәбәп арҡаһында иҫәп һандарын үҙгәрткән, йәки алдан 16 йәшкә тиклем балалар өсөн аҡсалата ярҙам алмаған, әммә ошо йәштәге балалары бар - уларға ғариза яҙыу мотлаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: