Сарала урта махсус уҡыу йорттарынан биш команда көс һынашты, Һәр ҡайһыһында икешәр кеше. Техник проекттың теүәл ғәмәлгә ашырылыуын, хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешен федераль белгестәр күҙәтә. Еңеүсе команда киләһе йыл республика данын ил кимәлендә яҡлаясаҡ. Әйткәндәй, Өфө лимонарийында тағы ла көсөргәнешле ярыш көтөлә. Был аҙнала «Вордскиллз» стандарттары буйынса мәктәп уҡыусылары көс һынаша. Шуға күрә яңы төҙөлгән баҡсалар йәнә ер менән тигеҙләнәсәк.