+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2020, 17:10

Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал!

Бөгөн Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарауҙың һуңғы көнө.

Бөгөн “Торатау” конгресс-холлында Рәсәй Федерацияһы Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле проекты ҡатнашыусыларының эштәрен ҡарау тамамлана. Ул киске һигеҙ сәғәткә тиклем дауам итәсәк.
Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл Өфө ҡалаһының Совет майҙанында ҡуйыласаҡ. Конкурсҡа йәмғеһе егермегә яҡын эш йыйылған.
Скульпторҙарҙың барыһы ла генерал-майорҙы атҡа ултырған килеш һынландырған. Миңлеғәле Шайморатовтан тыш, ҡайһы бер проекттарҙа 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙары, һуғыш яланы ла бар.
Һәйкәл яҙмышына битараф булмаған һәр кем был тарихи мәлдә ҡатнаша ала: уларға урында баһалау ҡағыҙы таратып бирелә, һәр эште 10 балл системаһы буйынса баһаларға тәҡдим ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән башҡорт батыры Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде. Генерал-майорҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән баш ҡаланың Совет майҙанында уның һәйкәлен ҡуйыу ҡарары сығарылды, һәйкәл проектына конкурс иғлан ителде.
Иң-иң тип табылған эш буйынса ҡойолған һәйкәл тиҙҙән үҙәк майҙандарҙың береһен биҙәйәсәк, бынан тыш, Совет майҙаны тулыһынса үҙгәртеп ҡороласаҡ: машиналар туҡталҡаһы урынына һәйкәл тирәләй матур ял урыны ҡалҡып сығасаҡ.
Читайте нас: