Яңы инфекция билдәләре булған кешеләр өсөн айырым ишекле бина бүленгән. Амбулатория ыҫҡа ваҡытта кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителгән. Төнгө үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәрҙе табип ҡына ҡабул итмәй. Кәрәк осраҡта эргәлә функциялы диагностика һәм ЭКГ кабинеттары урынлашҡан. Доктор тәғәйенләүе буйынса компьютер томографияһы үтергә лә мөмкин. Үҙәк киске 8-ҙән иртәнге 8-гә тиклем эшләй. Дауаханаға үҙаллы ла, дауалаусы табип йүнәлтмәһе буйынса ла ҡабул итәләр. Шулай уҡ паценттарҙы ашығыс ярҙам бригадалары ла килтерә.