+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 11:15

ШАЙМОРАТОВ ГЕНЕРАЛҒА ҠУЙЫЛАСАҠ ҺӘЙКӘЛ ПРОЕКТЫ

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. “Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле конкурсына 19 эш килде. Әйҙәгеҙ эскиздарҙы бергәләп ҡарайыҡ, бәлки улар араһынан береһен һайлап, майҙанға ҡуйырбыҙ”, тип билдәләгән республика етәксеһе.

Проекттар менән 14 декабрҙән 16-на тиклем “Торатау” конгресс-холында танышырға була. Авторлыҡ хоҡуҡтарына бәйле, уларҙы фотоға төшөрөргә ярамай. Әммә фекерҙәрҙе махсус бланкта ҡалдырырға мөмкин. Күргәҙмә иртәнге 11-ҙән 20 сәғәткә тиклем асыҡ була. Еңеүсене билдәләгәндә комиссия бөтә фекерҙәрҙе иҫәпкә ала”, - тип яҙған Радий Хәбиров.
Читайте нас: