-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 23:20

"ӨЛГӨ АЛ!" КОНКУРСЫНА ЙОМҒАҠ

Башҡортостанда «Өлгө ал» конкурсы 2018 йылдан алып үткәрелә. Быйыл илленән ашыу ғариза араһында, йәмғиәт өсөн ҡаралған социаль проекттарҙы яҡлап, еңеү яулаған өс ғаилә баш ҡалала бүләкләнде. Улар Туймазы ҡалаһынан, Илеш, Бишбүләк райондарынан килгән.

Әүҙем ғаиләләрҙең социаль проектын үҫтереүгә йүнәлтелгән бәйгелә өсөнсө урынды Илеш районында йәшәүсе Павловтар яулай. Улар: " Ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәтте нығытыу, айырылышыу осраҡтарын кәметеү буйынса саралар ойоштора. Байрамдар ойошторабыҙ, төрлө ғаиләләрҙе саҡырабыҙ, - ти. Традицияларҙы һаҡларға тырышабыҙ. балалар менән өлкәндәр бергә булһын тип тырышабыҙ. Уйындар уйнап, конкурстар үткәрәбеҙ.
Икенсе урынға «Атайҙар шишмәһе» менән Сираевтар сыға. Күңел йылыһын һалып төҙөкләндергән шишмә - ғаиләбеҙҙең, өс быуынға тиклем иң яратҡан урыны, тиҙәр улар. Бында улар балалары, туғандары менән ял итә, рухи көс туплай.
Беренсе урынға Туймазынан килгән Хәбировтар ғаиләһе лайыҡ була. Улар мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү өсөн уҡыу үҙәген аса. Шулай уҡ ирекмән булараҡ социаль проекттар өҫтөндә эш алып бара.
Читайте нас: