+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 19:00

ҺӘЛӘТЛЕ БАЛАЛАРҘЫ ҮҪТЕРЕҮҘӘ ҘУР ӨЛӨШ ИНДЕРЕҮСЕЛӘР БАҺАЛАНДЫ

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы, «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге менән берлектә фән һәм техника өлкәһендә йәштәрҙең таланттарын асыуҙа емешле эшләгән уҡытыусыларға сертификаттар тапшырылды.Еңеүселәр араһында Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы 1-cе дөйөм белем биреү мәктәбенән тарих фәне уҡытыусыһы Хәҙисә Ғәйнизарова ла бар.

Конкурсанттар дүрт номинацияла билдәләнде. Программаларын эшләүселәр, һәләтле уҡыусылар менән айырым шөғөлләнеүселәр махсус дипломдар һәм сертификаттар менән бүләкләнде. Был сертификаттарҙы уҡытыусылар белемен камиллаштырыуға тотона ала.
Читайте нас: