+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 12:20

"БИШЕК" РЕСПУБЛИКА КОНКУРСЫНА ЙОМҒАҠ

Өс номинацияла ҡаралған «Бишек» үҙен «Тамыр» телеканалының иң халыҡсан проекты итеп танытты.«Башҡорт теле йылы» сиктәрендә республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды.Гала концертты телевизион форматта республиканың төп телеканалы эфирында 30 декабрҙә ҡарай ала.

«Тамыр» телеканалы һәм «Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектәге проект беренсе тапҡыр үтте. Бишек йырҙары аша туған телгә, ғаилә ҡиммәттәренә һәм милли мәҙәниәткә иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо. Аҙна һайын эфирға сыҡҡан ярты сәғәтлек программа ғаилә ҡиммәттәре, олатай-өләсәйҙәр мәктәбе, милләт данын арттырған кәсептәр тураһында. Тапшырыу конкурс рәүешле ойошторолоп, ике тиҫтәнән ашыу ҡатнашыусыны бергә йыйҙы.
Телевизор ҡараусылар зәңгәр экрандар аша бишек яһаусылар һәм бала бәүелткәндә йырланған йырҙар менән танышты. Сәңгелдәк яһау оҫталығы проекттың төп биҙәге булғандыр. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә ул быуындан-быуынға тапшырылып килһә, икенселәр уны үҙҙәре биҙәкләп һырлай. Сәңгелдәкте боронғоса талдан үреүселәр ҙә, ағас ҡабығынан яһаусылар ҙа бар.
Читайте нас: