Стәрлетамаҡта социаль учреждениелар – мәктәп, балалар баҡсалары, поликлиникаларға ихтыяж юғары булыуы билдәләнде. Демография проблемаһы ла борсоуға һала. Ҡалала тыуым күрһәткестәре ике тапҡырға кәмегән. Көньяҡ-көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәге эшмәкәрлеге менән төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та танышты.