Иң яҡшы төбәк брендтарын асыҡлау маҡсатында ойошторолған «Рәсәй тәме» конкурсында Башҡортостан иң күп ғариза тапшырыусыларҙың береһе булды. Республика 26 заявка менән ҡатнашты. Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев әйтеүенсә, «Рәсәй тәме» конкурсы артабан даими ойоштороласаҡ. Унда ҡатнашыу аҙыҡ-түлек етештереүселәргә продукцияһын танытыу ғына түгел, ә уны күләмле һатып алыусыға еткереү маҡсатында комплекслы сараларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы күҙаллай.