-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2020, 12:05

СТӘРЛЕТАМАҠТА ЯҢЫ ИНФЕКЦИЯ ГОСПИТАЛЕ

Ни бары 10 октябрҙән генә башлап нигеҙ һалынып, төҙөлгән ковид-госпиталь тиҙҙән тәүге пациенттарын ҡабул итә башлаясаҡ. Өфө районы Зубов ауылындағы дауахананың тулы күсермәһе хәҙер Стәрлетамаҡта ла бар. Иркен коридорҙар, балалар һәм өлкәндәр өсөн уңайлы бокстар... Ете тажлы ҡурайҙы хәтерләткән объектта кеше ғүмерҙәре өсөн көрәш алып барыласаҡ.

Әлегә учреждение мебель менән йыһазландырыла. Заманса медицина ҡорамалдары һынау үтә. Объекттың пациенттарҙы ҡабул итеү әҙерлеген республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡараны. Шулай уҡ бөгөн урындағы хакимиәттә ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә бәйле күсмә Хөкүмәт ултырышы үтте.
Иркен коридорҙар, балалар һәм өлкәндәр өсөн уңайлы бокстар, заман талаптарына яуап биргән хирургия, реанимация, бала табыу бүлектәре. Республика башлығы Радий Хәбиров яңы госпиталдә булдырылған диагностика һәм дауалау мөмкинлектәре менән танышты
Үпкәне яһалма елләтеү апараттары, компьютер томографы, рентген. Инфекция госпитален медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуға 795 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, объект төҙөлөшө был сумманан яҡынса ике тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә.
Читайте нас: