+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2020, 21:00

ӘБЙӘЛИЛДӘ ЮЛ ФАЖИҒӘҺЕ

Радий Хәбиров Әбйәлилдә балалар ҡатнашлығындағы юл фажиғәһе буйынса тикшереү уҙғарырға ҡушты

Транспорт сараһы менән идара иткән үҫмер автомобилде әсәһенән тәгәрмәс алмаштырыу һылтауы менән ала. Руль артына ул водитель таныҡлығы булмайынса ултыра. Үҫмер авариянан һуң дауаханаға юлда һәләк була. Уның пассажирҙары -15 йәшлек ҡыҙ һәм 16 йәшлек егеттең ғүмерҙәре фажиғә урынында уҡ өҙөлә. Тағы ике пассажир әле дауаханала. Белоретҡа санитар авиация менән балалар реаниматологы ебәрелгән. Пациенттың берәүһенә ни бары 13 йәш. Хәбәр итеүебеҙсә, аварияла өс үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө. Шәмбенән йәкшәмбегә ҡараған төндә «Дэу Нексия» автомобиле менән идара иткән 16 йәшлек үҫмер ат менән ҡолондоң өҫтөнә барып менә. Көслө бәрелештән машина юл ситенә оса.
Читайте нас: