+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2020, 14:20

РЕСПУБЛИКАНЫҢ БАРЛЫҠ МӘКТӘПТӘРЕ ЛӘ КӨНДӨҘГӨ УҠЫУҒА КҮСТЕ

Был аҙнала контроль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре мәктәптәргә сығып, һаҡланыу сараларының үтәлешен тикшерә. Уның һөҙөмтәләре буйынса аныҡ ҡарар ҡабул ителәсәк, тине Башҡортостан башлығы.

Республикала 6-10-сы синыфтар дистанциялы белем алыуға көҙгө каникулдан һуң күскәйне. Бер айҙан ашыу өй шарттарында белем алған уҡыусылар бөгөн йәнә парта артына ултырҙы. Уҡыусылар фекеренсә, фәндәрҙең барыһы ла мәктәптә еңелерәк үҙләштеререлә. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп уҡыуҙың да уңайлыҡтары күп, ти улар.
Һәр дәрес уҡыу йылын башындағы кеүек 35 минут дауам итә. Графикка ярашлы кластар һәм коридорҙар мотлаҡ рәүештә елләтелеп, дезинфекция саралары менән даими эшкәртелеп торасаҡ. Ашханала туҡланыу ҙа алдан билдәләнгән ваҡыт буйынса ғына ойошторолған.
Читайте нас: