+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2020, 11:15

КОРОНОВИРУСТАН ВАКЦИНАЛАР

Тәү сиратта хәүеф төркөмөнә ҡараған табиптарҙы һәм уҡытыусыларҙы, социаль хеҙмәткәрҙәрҙе прививкалайбыҙ, тине Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә.

Ике компонентлы вектор вакцинаһының тәүге күләмле партияһы төбәккә 5 декабрҙә килгән, бөтәһе 1 мең 200 доза. Ул Гамалея үҙәгенең Гам-Ковид-Вак вакциналары.
Тәү сиратта хәүеф төркөмөнә ҡараған табиптарҙы һәм уҡытыусыларҙы, социаль хеҙмәткәрҙәрҙе прививкалайбыҙ, тине Радий Хәбиров. Артабан йыл аҙағына тиклем сираттағы партияны көтөргә тура килә. Уның күләме етештереүселәрҙең мөмкинлектәренә бәйле. Киң ҡатлам халыҡты вакциналау маҡсаты ҡуйыла. Шулай итеп, коллектив иммунитет булдырыласаҡ.
Мутлашыу һәм спекуляцияны иҫкәртеү өсөн шуны ла билдәләү мөһим, вакциналау бушлай. Прививка яһатыу өсөн дәүләт поликлиникалары һәм медицина учреждениеларына йүнәлтмә булыуы шарт.
Читайте нас: