-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 14:09

Ҡуяндарға яңы балалар баҡсаһы

Заманса технологияларға ярашлы төҙөлгән баҡса кескәйҙәрҙең ижади үҫешенә булышлыҡ итер.

Краснокама районының Ҡуян ауылында 95 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды. Уның дөйөм майҙаны мең квадрат метрҙан ашып китә.
Балалар баҡсаһы заманса технологияларға ярашлы төҙөлгән. Был хаҡта баҡсаны асыу тантанаһында Краснокама районы хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин да билдәләп үтте. Тантанала шулай уҡ Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Ғиндуллин ҡатнашты.
"Балаларға бында уңайлы һәм рәхәт булыуына шигем юҡ. Күп йылдар дауамында ауыл үҫешкәндән-үҫешә. Тап балалар баҡсаһында урындар етмәү көнүҙәк проблема булып ҡала килде, һәм был мәсьәләне лә хәл итеүгә өлгәштек", - тине Рөстәм Мусин.
Яңы балалар баҡсаһы кескәйҙәргә бар яҡтан үҫешергә ярҙам итер.
Читайте нас: