+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 21:10

ХАЛЫҠ-АРА ТАЛАПТАРҒА ТУРА КИЛГӘН ХОККЕЙ МАЙҘАНСЫҒЫ ХӘҘЕР ӨФӨЛӘ ЛӘ АСЫЛАСАҠ

Заманса обьектты «Астра» инновация технопаркы биләмәһендә киләһе йыл көҙгә сафҡа индереү күҙаллана.

Әле спорт биләмәһендә футбол манежы төҙөлә. Яңы ғына өҫтәл теннисы залы эшләй башлаған. Киләһе йыл Канада стандарттары буйынса ябыҡ хоккей майҙансығы сафҡа индереләсәк. Унда 200-ләп бала шөғөлләнә аласаҡ. Шулай уҡ тағы бер социаль проект күҙ уңында тотола. Ул – аэроторба түңәрәге әммә ул парашютсылар әҙерләү өсөн түгел, фалиж һуҡҡан балаларҙы дауалау маҡсатында асыласаҡ.
Спорт объекттарының иҫәбе буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә Мәскәүҙән ҡала икенсе урынды биләй. Республикала 12 мең тирәһе учреждение эшләй.
Читайте нас: