+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 18:05

БЕРҘӘМ ПРОЕКТТАР

Силәбелә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре. "Фекер алышыу тәү сиратта борсоған һорауҙарҙы ҡарау һәм киләсәккә пландар ҡороу өсөн кәрәк", – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

Уның сиктәрендә проекттарҙы тормошҡа ашырыу, грант конкурстарында ҡатнашыу кеүек һорауҙар ҡаралды. Шулай уҡ күрше төбәктә башҡорт телен уҡытыу, уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеү мәсьәләләре лә ситтә ҡалмай. Онлайн форматта ойошторолған сараның икенсе көнө башҡорт бизнесын һәм брендтарын үҫтереү, туристик маршруттар төҙөүгә бағышланды.
Дискуссия майҙанының төп маҡсаты – Силәбе өлкәһендә башҡорт мәҙәниәтен, телен һәм йолаларын һаҡлау буйынса эшмәкәрлекте анализлау. Бынан тыш, ватандаштарыбыҙҙың этно-мәҙәни үҫешендә килеп сыҡҡан проблемаларын хәл итеү юлдарын билдәләү. Әйткәндәй, Силәбе өлкәһендә 16 башҡорт йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә.
Читайте нас: