+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2020, 17:45

БЕР КЕМ ДӘ ОНОТОЛМАЙ!

Был көндә тыуған ил өсөн башын һалған, азатлыҡ яулаған бөтә һалдаттар ҙа хөрмәт менән иҫкә алына. Өфөлә лә был мөһим датаға арнап, тантаналы саралар үтте.

Артабан тантаналы саралар Республиканың Хәрби Дан музейында дауам итте. Хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың исемдәрен ҡайтарыусы эҙәрмәндәр хәрәкәте эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Башлығы һәм Хөкүмәте ярҙамы менән ҡаты һуғыш барған өлкәләрҙә 15-тән ашыу эҙәрмән экспедициялары ойошторолған. Уларҙа беҙҙең республиканан ғына 211 кеше ҡатнашҡан. Һуғыш үткән яландарҙа Ҡыҙыл Армия cафында алышҡан 51 хәрбиҙең һөйәктәре табылған. Экспедицияларҙа әүҙем ҡатнашып, Рәсәй оборона министрлығының маҡтау билдәһе менән бүләкләнеүсе эҙәрмәндәр араһында тарихсы Айбулат Хөсәйенов та бар.

Ржев өлкәһендә ҡанлы алыштарҙа башын һалған Андрей Чурин да 2020 йылдың октябренә тиклем хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә була. Хәрбиҙең шәхесен эҙәрмәндәр асыҡлай. Краснокама районынан һуғышҡа алынған хәрбиҙең медальоны туғаны Леонид Чуринға тапшырылды.

Ер ҡарҙан әрселеү менән Башҡортостан эҙәрмәндәре тағы ла Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес алыштары барған Ростов, Ленинград, Псков өлкәләренә юлланасаҡ. Улар аяуһыҙ һуғыштарҙа башын һалған һуңғы һалдатты тапҡанға тиклем эҙәрмәнлек эшенән туҡтамаясаҡ.

Читайте нас: