Аутизм менән сирләгән балаларға күнекмәләр үткәреүсе йәш белгес «Минең илем – Рәсәй» конкурсының Президент платформаһы номинацияһында еңеү яулаған. Әйтергә кәрәк, «Беz границ» хәрәкәте командаһы педагогтары ата-әсәләр менән берлектә эшләй. Улар аутизм менән сирләгән балаларҙы нормаль тормошҡа ҡайтарыу өсөн бар көсөн һалырға тырыша. Өс йыл дауамында новаторлыҡ методикаһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.