+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2020, 17:11

Минең шәжәрәм

Мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығындағы республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һә үҫтереү фонды менән берлектә хәбәр итеүҙәренсә, “Минең шәжәрәм” республика генеологик тикшереүҙәр конкурсына йомғаҡ яһалған.
Бәйгелә Башҡортостандан ғына түгел, бөтә Рәсәйҙән 400-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Улар “Ғаилә йылъяҙмаһы”, “Тыуған ил тарихында минең ғаиләм” һәм “Беҙҙең династиялар” номинацияларында көс һынашып, үҙҙәренең шәжәрәһе хаҡында һөйләгән, бәләкәй Ватаны тарихындағы шәжәрәләренең мәғлүмәтенә күҙ һалған.
Бигерәк тә яҡшы һөҙөмтәләре менән Бөрйән, Бәләбәй, Әлшәй, Илеш, Ишембай, Мишкә, Туймазы, Яңауыл райондары, Нефтекама, Октябрьский, Өфө ҡалалары ҡыуандырған.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: