Ирекмәндәр өлкән йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек ташыу, дарыуҙар илтеү, мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү кеүек эштәрҙе башҡара һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтә.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитетының «Беҙҙең хәстәрлек» проектында һәм «Беҙ бергә» акцияһында 5000 ирекмән ҡатнашҡан. Уларҙың биш йөҙҙән ашыуы йоғошло сир үткәргән. Награда бөгөн 25 кешегә тапшырылды, улар муниципалитеттарҙың ирекмәндәр штабы етәкселәре, «Дөйөм Рәсәй» халыҡ фронты төбәк бүлексәһе вәкилдәре һәм акциялар партнерҙары. Башҡортостандан бөтәһе 300 ирекмәнде бүләкләү ҡаралған.