+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 14:15

ҒИНУАРҘА ЯЛ ИТЕҮ КӨНДӘРЕ БИЛДӘЛӘНДЕ

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ғинуарҙа ял һәм байрам көндәре тураһында хәбәр итте. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар- Яңы йыл каникулы, 7 ғинуар - Раштыуа байрамы – ял һәм байрам көндәре булып тора.

Байрам көндәре булған 2 һәм 3 ғинуар шәмбе-йәкшәмбегә тура килә. Рәсәй Хөкүмәтенең 2021 йылда ял һәм байрам көндәрен күсереү тураһындағы ҡарарына ярашлы, 2 ғинуар ялы - 5 ноябргә, 3 ғинуарҙыҡы - 31 декабргә күсерелгән. Быйыл 31 декабрь кесе йомаға тап килә һәм байрам алды көнө булараҡ эш көнө оҙайлығы бер сәғәткә ҡыҫҡара. Шулай итеп Рәсәй халҡы яңы йылдың ял, байрам көндәре һәм каникул осоро тура килгән тәүге 10 көнөндә ял итә.
Читайте нас: