+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 20:25

"ИҒТИБАРЛЫ ЮЛ"

Иғтибарлы булыу – хәүефһеҙ хәрәкәттең нигеҙе. «Иғтибарлы юл» социаль компания сиктәрендә Республика транспорт һәм юл хужалығы министрлығы,дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә профилактик саралар уҙғара.

Үҫмерҙәр һәм хатта өлкәндәр ҙә, ҡолағынан наушниктарын сисмәй юл аша сыға һәм автомобилдең яҡынлашыуын һиҙмәй, юл-фажиғәләренә дусар була. Ата-әсәләр балаға гаджет менән нисек дөрөҫ файҙаланырға, хәҙерге тайғаҡ ваҡытта машина алдынан юлды нисек дөрөҫ сығырға өйрәтһә, фажиғәле осраҡтар күпкә һирәгерәк булыр ине.
Бөгөнгө көндә юл-транспорты хәрәкәте фажиғәләре буйынса үҫмерҙәр һәм балалар араһында иҫкәртеү саралары үтә.
Төбәктәге балалар травматизмын иҫкәртеү буйынса республика ресур үҙәге «Наушнигыңды сис» профилактик акцияһында республика халҡын әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Беҙ һеҙҙән видеотаҫмалар көтәбеҙ. Листовкалар, плакаттарҙы социаль селтәрҙәргә «Тормошобоҙ юл фажиғәһеҙ», «Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ» берҙәм хештегы менән һалығыҙ.
Юлда телефондан һөйләшмәһәк, смс яҙмай, тапшырғыстарҙы сисеп юл аша сыҡһаҡ тормошобоҙ күпкә хәүефһеҙлерәк буласаҡ.
Читайте нас: