Беренсе тапҡыр онлайн рәүештә уҙғарылған был конкурс өс номинацияла ҡаралды: бала башҡарған бишек йыры; бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры; бишек эшләү оҫтаһы. Был бәйгелә 105 конкурсант ҡатнашты. Финалға 24 конкурсант сыҡты. Абруйлы жюри ағзалары исемлегендә төрлө яҡлы белгестәр, шулай уҡ күп балалы ғаиләләр ҙә булды.
Проект «Тамыр» телеканалы һәм «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк ойошмаһы менән берлектә Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы грантына үткәрелә.
Конкурс һөҙөмтәләрен БСТ һәм “Тамыр” телеканалында ҡарарға мөмкин.