+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 12:15

ҺАУА ТЕМПУРАТУРАҺЫ ТҮБӘНӘЙӘ

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ҡыштың тәүге ял көндәре лә һыуыҡ буласаҡ. Төндә 15-20, көндөҙ 9-14 градус һыуыҡ булыуы көтөлә.

Уҙған төндә республиканың таулы райондарында һауа температураһының түбәнәйеүе күҙәтелде. Термометр бағаналары Яңауылда – 12, Шүлгәнташ метеостанцияһында 28 градус һыуыҡ күрһәткән. Алдараҡ, быйыл декабрь башында һауа температураһы норманан бер градусҡа түбән була, республика антициклон йоғонтоһонда ҡала, тип күҙалланғайны. Рәсәй гидрометүҙәге фараздарына ярашлы, декабрҙең тәүге ун көнөндә уртаса тәүлек температураһы норманан 3-5 градусҡа һыуығыраҡ булыр тип күҙаллана.

Читайте нас: