+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2020, 22:00

ЯҢЫ ЙЫЛ БИҘӘГЕ – ШЫРШЫЛАР

Шаран районы Дүртөйлө ауыл биләмәһендә яңы йыл шыршыһы ҡуйылды. Йорт диуарҙарын сағыу баҙлауыҡ яҡтыртҡыстар, ихата алдарын ҡар һындарынан әкиәт персонаждары биҙәйәсәк, балаларға һырғалаҡтар эшләнәсәк.

Шаран районы Дүртөйлө ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре лә яңы йыл шыршыһы ҡуйҙы. Быйыл ауыл биләмәһендәге барлыҡ ойошмаларға ла үҙҙәренең тирә-яғын байрамса биҙәргә, йылдың төп символы тирәләй боҙ ҡаласыҡтары төҙөргә тәҡдим ителгән. Йорт диуарҙарын сағыу баҙлауыҡ яҡтыртҡыстар, ихата алдарын ҡар һындар биҙәйәсәк, балаларға һырғалаҡтар эшләнәсәк.
Байрам көндәрендә ауыл биләмәһендә барлыҡ мәҙәни-спорт саралары асыҡ һауала үтәсәк. Ойоштороусылар халыҡҡа байрам кәйефе тыуҙырыу өсөн бар көсөн һалырға тырыша.
Читайте нас: