+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2020, 11:15

КОРОНАВИРУСҠА ҠАРШЫ ВАКСИНАЦИЯ

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ултырышында, киләһе аҙнанан коронавирусҡа ҡаршы вакцинация башларға ҡушты. Илдә 2 миллион доза “Спутник V” вакцинаһы етештерелгән. “Дарыуҙы һынау уңышлы үткән. Прививка тәү сиратта уҡытыусылар һәм табиптарға эшләнә”, - тине Владимир Путин.

Башҡортостанда ла киләһе аҙнала коронавирустан вакцинациялау башлана. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беренсе партия 1 мең доза дарыуҙы ҡабул итеү өсөн махсус урындар әҙерләнгән. Вакцина хәүеф төркөмөнә ҡараған һөнәр эйәләре – табип, уҡытыусы һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә эшләнә.
Читайте нас: