+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2020, 11:05

БАШҠОРТ МӘҘӘНИӘТЕ ҺӘМ МӘҒРИФӘТЕ КӨНДӘРЕ СИКТӘРЕНДӘ СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕНДӘ БАШҠОРТОСТАН ВӘКИЛДӘРЕ ҠАТНАШЛЫҒЫНДА ТӨРЛӨ САРАЛАР ҮТӘ

Барлыҡ саралар Zoom платформаһы аша ойошторола.Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Силәбе өлкәһе Хөкүмәте ярҙамында үтә.

3 декабрь 19.00 сәғәттә Силәбе өлкәһе ата-әсәләре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы вәкилдәренең онлайн-осрашыуы.
4 декабрь 11.00 — Рәсәй Федерацияһы субъекттарының эшҡыуарҙары өсөн «Бизнес-ҡоролтай». 15.00 — Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмалары активистары менән онлайн- осрашыу.

5 декабрь 11.00 сәғәттә — Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе министрлыҡтары, ведомстволар етәкселәре, тарихсылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында «Силәбе өлкәһе башҡорттары: тарих һәм хәҙерге осор» онлайн түңәрәк өҫтәле.

Ҡайһы бер доклад темалары: Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмаларының башҡорт мәҙәниәтен, телен һәм йолаларын һаҡлау буйынса эшмәкәрлеге; Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу: Силәбе өлкәһендә йәшәүселәрҙең милли составы тураһында уникаль мәғлүмәт; Тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу һәм башҡорт халҡының күренекле шәхестәрен мәңгеләштереү; Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы презентацияһы.

Ойоштороусылар:
— «Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берләшмәһе;
— Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш идаралығы;
— Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге;
— Силәбе өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге — Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар йорто филиалы;
— «Башҡорт ойошмалары ассоциацияһы» социаль-мәҙәни йәмәғәт ойошмаларының Силәбе өлкә союзы.
Читайте нас: