Социаль акция сиктәрендә сәйәсмәндәр шәхси автомобиле булмаған табиптарҙы эш урынына һәм сменанан һуң өйҙәренә илтеп ҡуясаҡ. Баш ҡала буйынса 22 маршрут юлға сыҡты.
Социаль сара шәхси автомобилдәре булмаған табиптарҙы «ҡыҙыл зонаға» йөрөтөү маҡсаты ҡуйған.
Депутаттар табиптарҙы иртән эш урынына, кискеһен кире өйҙәренә илтеп ҡуйырға ниәтләй. Транспорт менән ярҙам итеүҙе һорап медиктар үҙҙәре мөрәжәғәт иткән. «Хәстәрлекле такси» акцияһын ойоштороусылар башланғысты башҡа ойошмалар һәм билдәле такси операторҙары ла хуплап сығыр тип ышана.
Көсөргәнешле режимда эшләгән табиптар үҙҙәре лә йәмғиәт ҡурсыуына мохтаж. «Хәстәрлекле такси» акцияһы ла аҙмы-күпме уларҙың эш шарттарын еңеләйтеүгә йүнәлтелгән.