+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2020, 11:15

ӨФӨНӨҢ 17-СЕ БАЛАЛАР КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫНДА МРТ ҠОРОЛМАҺЫ САФҠА ИНДЕРЕЛДЕ

«Сәләмәтлек» милли проекты буйынса станционарҙарҙы йыһазландырыу һәм яңыртыу дауам итә. Коронавирус инфекцияһы таралған мәлдә медицина учреждениеларының автономлығын тәьмин итеү үтә лә мөһим бурыс.

17-се балалар клиник дауаханаһы баш ҡаланың иң ҙур медицина учреждениеларының береһе иҫәпләнә. Пациенттар географияһы тотош Башҡортостан. Тәжрибәле табиптар кескәйҙәргә төрлө йүнәлешле ярҙам күрһәтә. МРТ тамограф ҡуйыу дауахананың диагностикалау мөмкинлектәрен киңәйтә.

Ул компьютер томографы менән бер рәттән 17-се балалар клиник дауаханаһының диагностикалау мөмкинлектәрен киңәйтә.

МРТ ярҙамында эске органдарҙы, йомшаҡ туҡымаларҙы һәм нерв күҙәнәктәрен тикшерергә мөмкин. Ғәҙәти компьютер томографынан айырмалы рәүештә, нурланыш кимәле түбән. Тикшереүҙә электр магнит тулҡындары файҙаланыла.

Магнит резонанс тикшереү үткәреү өсөн пациенттарҙы хәҙер башҡа дауаханаларға йөрөтөргә кәрәкмәй. Коронавирус инфекцияһы таралған мәлдә медицина учреждениеларының автономлығын тәьмин итеү үтә лә мөһим бурыс.
Читайте нас: