Уның билдәләүенсә, ҡайһы ваҡыт Өфөләге был урынды «Бетон джунгли» тип атайҙар. «Мин халыҡ менән килешәм, сөнки төҙөкләндерелгән объектҡа башҡа исем һайлауы ҡыйын. Әммә яр буйы оло потенциалға эйә. Үҙенсәлекле урыны менән ул хаҡлы рәүештә Рәсәйҙә иң яҡшыһы була ала. Һәм беҙҙең маҡсат – уға йән өрөү, Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын үҙенә тартып тороу урынына әйләнһен өсөн, уны уй-ниәттәр менән тулыландырыу. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле: ҡалаға ингәндә һеҙҙе ғәйәт ҙур яр буйы, башҡаланың тормошо, бәхетле кешеләр менән тулған йөҙө ҡаршы аласаҡ» – тип яҙған республика етәксеһе...
Шулай уҡ канат юлы һәм ғәҙәти булмаған күҙәтеү майҙаны ла бар. Бар был идеялар ҙа киң йәмәғәтселек менән фекер алышҡандан һуң ғына ғәмәлгә ашырыласаҡ. Шуға ла һеҙҙән тәҡдимдәр көтөп ҡалабыҙ, тигән Башҡортостсан башлығы.