+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2020, 11:25

БАШҠОРТОСТАН МӘКТӘПТӘРЕНЕҢ 30 НОЯБРҘӘН 6 ДЕКАБРГӘ ТИКЛЕМ ЭШ ТӘРТИБЕ БИЛДӘЛӘНДЕ

Ҡатмарлы эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 6-10-сы синыф уҡыусыларын дистанцион режимда уҡытыуҙы дауам итеү тәҡдиме менән сығыш яһаған. 1-5-се һәм 11-се синыфтар әлегесә мәктәпкә йөрөп уҡыясаҡ...

Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймауға бәйле, Башҡортостан мәктәптәренең 30 ноябрҙән 6 декабргә тиклем эш режимы билдәләнде.
Оператив штаб ағзалары был тәҡдимде хуплаған. Шулай уҡ республиканың аҙ комплектлы мәктәптәре өсөн дә ғәҙәти эш режимы һаҡлана. Шулай уҡ вирус таралыу коэффициенты 0,5 проценттан артмаған 23 муниципалитетта уҡыусыларҙы ғәҙәти уҡыу режимына күсерергә ҡарар ителгән.
Читайте нас: