Яңыраҡ ҡына сафҡа ингән «Аксаков аллеяһы» күптәргә яратҡан ял итеү урынына әйләнеп тә өлгөргән. Эргәләге йортта йәшәүселәр кистәрен урамға сығып саф һауа һулаһа, иртәнсәк һәм көндөҙ йорт хайуандары менән йөрөүселәр ҙә табыла. Биләмә ҡалдыҡтар менән бысранмаһын өсөн күп ҡатлы йорт хужалары махсус диспенсерҙар урынлаштырырға ҡарар итә.
Ҡағыҙ пакеттар менән тултырылған ике ҡоролма ҡулланылышы яғынан да еңел. Әйткәндәй, Өфөлә бындай диспенсер тәүгә ҡуйыла, ти халыҡ. Уларҙы һатып алыу һәм урынлаштырыу эштәре «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы сиктәрендә башҡарыла. Ә инде һауыттарҙы пакеттар менән тулыландырып тороу идарасы компанияға йөкмәтелә.
«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы» сиктәрендә халыҡ үҙ проблемаларын хәл итә. Республика буйлап балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто биналары яңыртыла, спорт һәм уйын майҙансыҡтары, юлдар төҙөкләндерелә. Өфөнөң Ленин районында ғына быйыл 8 проект буйынса эштәр башҡарылған.