Унда Нефтекама, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалаларынан 20-гә яҡын оҫтаның ҡул эше күрһәтелде. Улар араһында боронғоса технологияға нигеҙләнеп, кейеҙҙән баҫылған биҙәкле панно, һындар, өҫкө һәм баш кейеме бар. “Кейеҙ менән тиңләшерлек туҡыма юҡ, ул ҡыш йылыта, йәй эҫенән һаҡлай. Уҙған быуатта кейеҙ баҫыу шөғөлө юҡҡа сыға яҙған. Бөгөн ҡабаттан тергеҙелә. Был ҙур ҡаҙаныш”, - тип билдәләй күргәҙмәне ойоштороусылар.