Гай районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ҡужашев Рифус Әбделхай улы.
Ул йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, төрлө хәйриә сараларында ҡатнаша. 2019 йылда үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Шулай уҡ Орск ҡалаһының «Башҡорттар ҡоролтайы» йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы Ҡәйепова – башҡорт теле уҡытыусыһы. Уның башланғысы менән Орск ҡалаһында «Ләйсән» башҡорт халыҡ ансамбле асыла. Унан алда Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар «Нур» балалар ижади берләшмәһен етәкләй, ул бик күп конкурс, фестивалдәрҙә еңеү яулай.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.
Бынан тыш һигеҙ мәҙәниәт хеҙмәткәренең әүҙем эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.