Һаулыҡ һаҡлау системаһы алға киткән ҡайһы бер сит илдәр ҙә бындай ҡаҙаныш менән маҡтана алмай. Шуға ҡарамаҫтан, хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел. Һүҙ тәү сиратта беренсе звено һәм пландағы медицина ярҙамы тураһында бара. Кәңәшмәлә граждандарҙан килгән һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр ҙә тикшерелде.