+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2020, 14:00

"ИҢ МАТУР БАШҠОРТ ҺҮҘЕ"

“Иң матур башҡорт һүҙе” проектыНДА - 12 һүҙ һайланды. 14 декабргә тиклем bashslovo.ru сайтында ошо һүҙҙәр араһында тауыш биреү үткәрелә.

Ике аҙна дауамында халыҡ үҙ тәҡдимдәрен еткерә алды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сайтҡа бер меңдән ашыу вариант ебәрелгән. Улар араһынан 12 һүҙ һайлап алынған. Исемлектә атай, йөрәккәйем, йән, йәнтөйәк, ҡот, намыҫ, өмә, сабыр, тылсымлы, хыял, һөйәм, әсәй күрһәтелгән. 14 декабргә тиклем bashslovo.ru сайтында ошо һүҙҙәр араһында тауыш биреү үткәрелә.
Читайте нас: