Операторҙар иң тәүҙә уны шылтыратыусыны тынысландыра һәм кәңәштәр бирә. Улар яуап бирә алмаған һорауҙарға медицина учреждениеларынан эксперттар бар. Иң таралған һорауҙарҙың береһе, КОВИД ДИАГНОЗЫНА нисек бушлай дарыуҙар алырға, сир билдәләре булғанда нисек дауаланырға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә. Шулай уҡ, ковид госпиталдә дауаланыусыларҙың яҡындарының хәлен белергә теләүселәр ҙә шылтырата. Бындай мөрәжәғәттәрҙе медэксперт эшкәртә. Һәр шылтыратыу иҫәптә һәм уларҙың проблемаһы хәл ителеүе лә оператор күҙәтеүендә.