“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 3-сө һанлы Өфө балалар стоматология клиникаһының күсмә дауалау-диагностика үҙәге Ҡыйғы районына йүнәлде.
Табиптар район үҙәгенән алыҫта йәшәгән балаларға ярҙам күрһәтә – уларҙың тештәрен дауалай. Күсмә дауалау-диагностика үҙәге заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Медицина ярҙамы тәү сиратта балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, ауыр тормош шарттарына юлыҡҡан балаларға күрһәтелә.
Һаулыҡ һаҡлау десанттары Йыланлы ауылындағы социаль приютта һәм мәктәптә, Үрге Ҡыйғыла булды.