+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2020, 15:17

Балаларыбыҙҙың нисек туҡланыуын беләйек

Башҡортостанда ата-әсәләрҙе мәктәп менюһын төҙөргә саҡыралар.

“Башҡортостанда ата-әсәләрҙе мәктәп менюһын төҙөргә саҡыралар”, – тип хәбәр итә Башҡортостандың Сауҙа министрлығы.
Социаль туҡланыу идараһы эш башлаған программа ата-әсәләргә ризыҡтарҙы һайлап, уларға тауыш биреү мөмкинлеген тыуҙыра. Әлегә идара тарафынан балаларҙың туҡланыуына тура килгән 70 ризыҡ тәҡдим ителгән.
Башҡортостандың дәүләт ҡаҙна идараһының сайтында һәм Инстаграм селтәрендәге сәхифәһендә сыҡҡан ризыҡтар теҙмәһендә ит, балыҡ, йәшелсә, ярмалар һәм бутҡалар, салаттар бар.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин быйылғы уҡыу йылынан башлап башланғыс кластарҙы мәктәптәрҙә бушлай ашатырға күрһәтмә биргәйне. Ошо һәм башҡа йүнәлештәр буйынса мәктәптәрҙә сифатлы туҡланыу булдырыу өҫтөндә әүҙем эш алып барыла.
Читайте нас: