“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, быйыл Учалы районының ете ауылында яңы ФАП-тар асылды. Вознесенск, Ҡалҡан, Илтенбай, Ҡоҙаш, Наурыз, Ғәлиәхмәр һәм Ҡобағош ауылдарына йылмайҙы был бәхет.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылдағы 400-ҙән ашыу кешенең һаулығының һағында торасаҡ. Уларҙың 94-е – балалар. ФАП-та пациенттарҙы ҡабул итеү, ҡарау бүлмәләренән тыш, балалар өсөн тәғәйенләнгән кабинет та бар. Улар дефибриллятор, спирометр, ЭКГ-аппарат кеүек заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.