+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2020, 14:28

Бәләбәйҙәге парк республикала иң яҡшыһы буласаҡ

Яңыртылған ҡала парктарында балалар өсөн уйын майҙансыҡтарының күбәйеүе лә ҡыуандыра.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бәләбәй ҡалаһында булды.
Ул ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан “Йырсы шишмәләр” паркының төҙөлөшөн тикшерҙе.
Был проект сиктәрендә парк биләмәһенең ҡоролошо яңыртылған, йәйәүлеләр өсөн юл түшәлгән, иҫке ҡоролмалар яңыларға алыштырылған, террасалар, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙасыҡтары, яҡтыртыу системаһы, видеокамералар, бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған.
Биләмәнең эргәһендә бизнес өсөн коворкинг-үҙәк тә бар.
Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең һәр сығыштарында тиерлек ҡала мөхитен мөмкин тиклем уңайлыраҡ итеү мохтажлығы хаҡында әйтә килә.
Ҡала мөхитенә арналған Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә төҙөлгән Бәләбәйҙәге “Йырсы шишмәләр” киләсәктә ҡала халҡының яратҡан урындарына әүерелер әле.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: