Ул Дзюдо буйынса олимпия әҙерлеге үҙәге янында ҡуйылды. Харис Йосопов Силәбелә дзюдо мәктәбен асыуға күп көс һалған шәхес. Тренер булараҡ донъя һәм Европа чемпионаттары, Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙарын тәрбиәләгән кеше. “Атайым меңләгән көрәшсе әҙерләне, ул шулай уҡ өлкәлә башҡорт милли ойошмаларын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашты”, - тип белдерҙе һәйкәлде асыу тантанаһында көрәшсенең улы Морис Йосопов.