+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 11:53

Үҙ-үҙеңә ышан!

Был проект ауыр тормош шарттарында тороп ҡалған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе спортҡа ылыҡтырыу юлы менән үҙ көстәренә ышанырға этәрә.

Ошо исем аҫтындағы проект сиктәрендә Өфө ҡалаһының Спорт һарайында боҙҙа фигуралы шыуыу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.
Өфөнән, Стәрлетамаҡтан килгән тренерҙар, спортсылар Рәсәйҙең көмөш призеры, Европа Чемпионаты ҡатнашыусыһы, фигуралы шыуыу буйынса спорт оҫтаһы Нина Петушкованан дәрестәр алды.
Башҡортостан Республикаһының конькиларҙа фигуралы шыуыу Федерацияһы тарафынан бойомға ашырылған “Үҙ-үҙеңә ышан” проектының маҡсаты ауыр шарттарҙа тороп ҡалған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе спортҡа ылыҡтырыу юлы менән үҙ көстәренә ышанырға этәреүгә ҡайтып ҡала.
Уҡыу һәм күнекмәләрҙән тыш, спорт миҙгеле дауамында был төркөмгә ҡараған балалар төрлө спорт байрамдарында, сараларҙа, ярыштарҙа ҡатнашасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам күрһәтеү фонды грантына лайыҡ булған “Үҙ-үҙеңә ышан” проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың әйткән һүҙҙәренә ярашлы бурыстар үтәй: балалар бәләкәйҙән спортҡа ылығып үҫергә, һау-сәләмәт булырға тейеш.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: