+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2020, 13:25

Мәскәүҙә йәшәгән билдәле ағай-апайҙар онлайн-осрашыуҙар үткәрҙе

Спикерҙар ролендә ғалимдар, филологтар, спортсылар, юристар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары сығыш яһаны. Улар үҙҙәренең уңыш серҙәре һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Башҡортостанда Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе башҡорттары мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре уңайынан Zoom-сессия үтте.
Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы ошо уңайҙан башҡорт йәмғиәтенең әүҙем вәкилдәрен төрлө темаларға арналған лекцияларға саҡырҙы.
Спикерҙар ролендә ғалимдар, филологтар, спортсылар, юристар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары сығыш яһаны. Улар үҙҙәренең уңыш серҙәре һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова уларға әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе:
"Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Мәскәү башҡорттары ҡоролтайына әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт белдерәм. Был сессия Мәскәү башҡорттарының тырыш эш һөҙөмтәһе. Уларға эштәрендә уңыштар теләйем һәм Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы хаҡында фекер алышыуға саҡырам".
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: