+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2020, 19:45

ТИКШЕРЕҮ ДАУАМ ИТӘ

Башҡортостанда битлек режимының үтәлешен тикшереү дауам итә. Был юлы рейд транспорт саралары буйлап ойошторолдо.

Битлек режимын тәүге тапҡыр боҙған кешегә 1 меңдән 3 мең һумға тиклем штраф һалына, осраҡ икенсе тапҡыр ҡабатланғанда 3 меңдән 5 мең һумға тиклем күтәрелә. Вазифа биләүселәргә тәүге тапҡыр 5-тән 15 мең һумға тиклем, икенсеһендә 15-тән 30 мең һумғаса штраф ҡаралған. Ә бына юридик шәхестәр өсөн штраф күләме 200 мең һумға етә.
Белгестәр әйтеүенсә, рейдтар артабан да даими ойоштороласаҡ.
Тәүге ваҡытта битлек режимын һанға һуҡмаусылар күберәк ине, хәҙер халыҡтың һаҡланыу сараларына мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Кешеләр үҙҙәренең хәүефһеҙлеге, сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡты яҡшы аңлай.
Читайте нас: