+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2020, 11:25

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ КАБИНЕТТАРЫНДА - МУЛЬТИМЕДИАЛЫ КОМПЛЕКС!

Башҡорт телен төплөрәк өйрәнергә техника һәм интернет ярҙам итә аламы? Башҡорт теле дәресе хәҙер яңы форматта үтә.

Төбәктәрҙә уҡытыу кабинеттарына заманса техника Башҡортостан республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү дәүләт программаһы сиктәрендә һатып алынған.
Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2- се башҡорт гимназия-интернатында ла быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре яңы форматта уҙа.
Яңы алым менән уҡытыу мультимедиялы комплекс ярҙамында башҡарыла. Быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты интерактив таҡта, проектор, ноутбук һәм принтер менән йыһазландырылған.
Быйыл телебеҙҙе уҡытыуҙа бындай мөмкинлек 32 мәктәптә булдырылды.
Читайте нас: