«
Тамыр» балалар студияһы — «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы»ның махсус студияһы. Ул 1992 йылдың 2 мартында «Сәңгелдәк» тапшырыуы менән асыла. Әлеге ваҡытта ун телевидениела 14, мәҫәлән, “
Тау-тау хәбәр”, “Портрет”, “
Әлләсе”, “
Сәңгелдәк”, “
Сулпылар”, “Бирешмә” кеүек һәм радиола 17 “Иләү”, “ Семәр” һәм башҡа бик күп тапшырыуы бар. Уның тапшырыуҙары Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып бик күп тапҡыр лауреат булдылар. “ТЭФИ” төбәк-ара юғары телевизион премияһына лайыҡ булды. «
Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр
телеканалы туған телдә аралашыу мөхитен киңәйтеүен дауам итә.