+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2020, 11:50

БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ

Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназия уҡыусыларына башҡорт телендә белем алыу мөмкинлеге бирелә. һәм башҡорт телен һаҡлау йәһәтенән ыңғай үҙгәрештәр 53-сө балалар баҡсаһында ла күҙәтелә.

Салауат ҡалаһы хакимиәте, ҡаланың йәмәғәт ойошмалары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы ҡатнашлығында онлайн-кәңәшмәһендә һүҙ: Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназия уҡыусыларына башҡорт телендә белем алыу мөмкинлеге бирелә. Яңы уставта гимназияның статусы милли белем биреү учреждениеһы булараҡ раҫлана. Әлеге ваҡытта башҡорт гимназияһында әҙерлек төркөмдәре тупланыу тураһында барҙы.
Башҡорт телен һаҡлау йәһәтенән ыңғай үҙгәрештәр 53-сө балалар баҡсаһында ла күҙәтелә. Баҡсаның ике корпустарының береһе айырым 116 урынға билдәләнгән «Йәншишмә» башҡорт балалар баҡсаһы булараҡ эшен башлаясаҡ. Балалар баҡсаһын шефлыҡҡа алыу һәм башҡа үҙгәрештәр хаҡында Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров һөйләне.
Читайте нас: